Башҡортостандан 14 үҫмер Мәскәүгә Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәрҙең ижтимағи- дәүләт хәрәкәтенең беренсе съезына юллана. Бөгөн хәрәкәт менән бәйләнеш тотоу буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы коррдинация советы ултырышында илдең баш ҡалаһына сәфәр, төбәк бүлексәһенең эшен ойоштороу, уның матди-техник мөмкинлектәрен булдырыу юлдары өйрәнелде.
Владимир Путин ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килгән балалар һәм йәштәр хәрәкәте киләсәк быуынды дөрөҫ йүнәлештә тәрбиәләү, йәш лидерҙар үҫтереү, үҫмерҙәрҙең төрлө ойошмаларын берләштереү йүнәлешендә эшләйәсәк.



