Өфөлә Владимир Лениндың йорт-музейына Совет районы мәктәптәре уҡыусылары, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең балалары саҡырылды. Малай-ҡыҙҙар экологик йәһәттән зыянһыҙ ҡағыҙҙан ҡар бөртөктәре һәм конверт эшләне.
Яңы йылға иң шәп бүләк - үҙ ҡулдарың менән эшләнгәне. Ҡар бөртөктәре менән үҫмерҙәр шыршы биҙәйәсәк, ә Яңы йыл символы күрһәтелгән конвертҡа Ҡыш бабайға теләк яҙып һалына. Оҫталыҡ дәресе һуңында малай-ҡыҙҙарға «Берҙәм Рәсәй партияһы»нан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.



