Премьер-министр Андрей Назаров уның төп һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Быйыл йыйында 24 илдән 3 мең делегат ҡатнашҡан. Тәүге көндәрҙә генә 36 миллиард һумлыҡ 30-ға яҡын килешеү төҙөлгән. - Сикләүҙәр булһа ла, бөгөнгә 113 ил менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр һаҡлана. Тышҡы тауар әйләнеше быйыл 13 ярым процентҡа артҡан. Инвесторҙар менән дә эш дауам итә. Азия дәүләттәре менән хеҙмәттәшлеккә иғтибар арта. Өфөлә халыҡ-ара бизнес форумы 15-се тапҡыр уҙғарылды.




