18 берәмек УАЗ һәм ГАЗ автомобилдәре Сәтрлетамаҡ, Белорет, Бөрө, Мәсәғүт, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский һәм Сибайға оҙатылды. Махсус техника асҡыстарын табиптарға Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы.
За кадром. Автомобилдәр медицина ярҙамы күрһәтеү һәм ауыр хәлдәге пациенттарҙы транспортлау өсөн бар ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр машина дефибриллятор, кардиограф, үпкәне яһалма елләтеү аппараттары менән йыһазландырылған. Йәғни, дауаханаға алып барып еткәнсе табиптар пациентҡа бар яҡлап та ярҙам күрһәтә ала. 18 машинаның бишәүһе УАЗ автомобиле. Улар башлыса төпкөлдәргә оҙатыла һәм ҡышҡы осорҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсылар. Йоғошло ауырыуҙар ҡоторған мәлдә беренсел медицина ярҙамын көсәйтеү үтә лә көнүҙәк, тине Максим Забелин.



