Матди ярҙамға Иглин районында йәшәүсе 8-се класс уҡыусыһы эйә булды. «Актив - 2022» район форумы сиктәрендә 14 йәштән 35 йәшкә тиклем әүҙем йәштәр бер нисә проект тәҡдим итеп, Иглин районы башлығы грантын алыу мөмкинлеге булдырылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Мажореткалар тип патриотик йә башҡа сараны, марштарҙы барабанда уйнап оҙатҡан ҡыҙҙарҙы әйтәләр. Иглин районында берҙән-бер бындай ойошма 5-се урта мәктәптә ойошторолған. Киләсәктә ҡыҙҙар район кимәлендә үткән мөһим сараларға ҡатнашырға хыяллана. Конкурста еңеү яулағандан һуң, үҫмерҙәрҙең маҡсаты тормошҡа ашыр тигән ышаныс көслө. 25 меңлек сертификат аҡсаһына улар хәрби форма хәтерләткән махсус костюмдар алмаҡсы.
«Актив» йәштәр форумы Иглин районында тәүгә ойошторолмай. Быйылғы конкурста ла спорт, мәҙәниәт, социаль йүнәлештәге 10 проект тәҡдим ителде. Еңеүселәр исемлегенә «Таланттар подиумы» һәм «Ағас оҫтаханаһы» проекттары авторҙары ла инде. Башланғыстарҙы тормошҡа ашырыр өсөн, егеттәргә 17 мең ярым һум аҡса бүленде.
«Актив» йәштәр форумы киләһе йыл да ойошторола. Унда еңеүселәр өсөн матди ярҙам күләмен тағы ла арттырыу ҡаралған.
Рәзилә Ғиниәтуллина






