Бөгөн төбәк йәмәғәт ойошмаһының ун туғыҙынсы сьезы үтте. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе итеп Айгиз Баймөхәмәтов тәғәйенләнде. Ул халыҡҡа «Ташлама, әсәй», «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары» әҫәрҙәре аша таныш. Айгиз Баймөхәмәтов 1988 йылда Белорет районы Абҙаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ул Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы, «Шоңҡар» республика йәштәр журналы баш мөхәррире. Уның әҫәрҙәре рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк, әзербайжан телдәренә тәржемә ителгән.
Башҡортостан яҙыусылар съезы тәүге тапҡыр 1932 йылда үтә, съезд бер нисә йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Бөгөн съезда рәйес һайланды, яҙыусылар союзына яңы ағзалар ҡабул ителде. Ун һигеҙенсе яҙыусылар союзы 2017 йылдың мартында үткәйне. Унда рәйес итеп һайланған башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, яҙыусы Зәки Әлибаев 6 йыл Башҡортостан яҙыусылар союзын етәкләне. Бөгөн ултырышта уҙған 6 йылға йомғаҡ яһалды.



