Күркәм юбилей уңайынан Баймаҡ районы буйынса гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлегенда алтын туйҙарын билдәләүсе парҙар тәбрикләнде. Урындағы ЗАГС республикала алдынғылар иҫәбендә. Һуңғы осорҙа ғына бында 512 сабый тыуыу тураһында таныҡлыҡ алған, 230 ғаилә законлы никахтарын теркәгән.
Ҡасандыр йәштәргә туй көндәрендә. Һеҙгә тиң,оҙон ғүмер кисерергә яҙһын тигән теләктәр ҡабул булып ,был ике парҙың ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп , бергә ғүмер кисереүе шатлыҡлы ваҡиға.Уларға ҡарап беҙ йылдар һынауына бирешмәгән мөхәббәт сағылышын күрәбеҙ. Зәйнетдин һәм Гөлйемеш Ишбаевтар бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Баймаҡ ҡойоу -механика заводында хеҙмәт юлы үтәләр.
Әсғәт менән Маһишәкәр Рәхимовтар 3 балаға ғүмер бирә,бөгөн 13 ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй. 50 йыл бергә ғүмер кисереү - оло тормош китабы ул. Һәр ике пар Баймаҡ ҡалаһының үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандары.
Бер - береһен ихтирам иткән, һөйгән, ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, бер - береһенә кәрәк булып йәшәгән, ғаилә усағын һүндермәйенсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп балалар үҫтереүсе ғаилә байрамдарын билдәләүсе парҙар яҡындарының ғына түгел район, республика хөкүмәте башлыҡтары ҡотлауҙарын да алып ҡыуанды.



