Беҙҙең илдә гражданлыҡ хәлен теркәү хеҙмәте 105 йыл элек булдырыла. Сабый тыуыуы, яңы ғаилә барлыҡҡа килеүе, йәки булғаны тарҡалыуы, вафат булыу – барыһы ла рәсми теркәлә бара. Сибай ҡалаһында ЗАГС бүлексәһе 77 йыл элек эш башлай. “Бөгөн электрон алымдарҙы әүҙем ҡулланабыҙ”, - тип бүлексә мөдире Айгөл Бохарбаева.







