Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында уникаль операция яһалды

Бер юлы ике әмәлиәт үткәрелде - ҡан төйөнө һәм бөйөрҙәге яман шеш алынды. Ҡатмарлы операцияла табиптарға роботтар ярҙамға килде. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Операция өҫтәлендә онкологиянан яфаланған пациент. Яман шеш уның уң бөйөрөндә табылған. Өҫтәүенә, тамырҙарында ҡан төйөлөүе лә асыҡланған. Табиптар ике әмәлиәтте бер юлы башҡарырға хәл иткән. Операцияла аҡ халатлыларға робот-ангиограф ярҙам итә. Заманса ҡоролма 360 градусҡа әйләнә ала һәм төрлө яҡлап күреү һәләтенә эйә. Тап роботтар катетрҙы тамырҙағы төйөн эргәһенә генә ҡуйырға булышлыҡ иткән, был пациентты ҡан юғалтыуҙан һаҡларға ярҙам итә. Иң мөһиме операция ваҡытында төйөндөң шартлау хәүефе кәмей, ә был ғүмер өҙөлөүгә килтереүе мөмкин.

Уникаль операция тип әйтер инем, әлегә тиклем Башҡортостанда бындай операция башҡарылғаны юҡ . Бик ҡатмарлы әмәлиәт, бөйөр тамырындағы ҡан төйөнөнөң шартлау ихтималлығы ла бар ине. Әммә беҙ бурысыббыҙы юғары һөнәри оҫталыҡ менән башҡарып сыҡтыҡ.

Сергей Благодаров, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының бүлек мөдире

Операция ваҡытында табиптарҙың бер нисә төркөмө эшләй, бер бригада икенселәре өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Ҡан төйөнө тотҡарланып торған мәлдә, Да винчи роботы эшкә тотона. Дөйөм тырышлыҡ менән бөйөрҙәге шеш тә, тамырҙағы төйөн дә алып ташлана. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, операция бәләкәй генә уйымдар яһап эшләнә.

Әлегә көндә яман шеш ауырыуҙарын тәүге стадияһында асыҡлау һәм дауалау өсөн тулы шарттар бар. Химия терапияһының иң һөҙөмтәле алымдары ҡулланыла. Табиптарҙың пациенттарҙы йүнәлтмә биреп беҙҙең клиникаға ебәреүе генә шарт.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Хәбәрсе. Бөйөр рагы ямаш шеш ауырыуҙары араһында илдә 10-сы урынды биләй. Иң һуңғы, ауыр стадияһына тиклем ул аныҡ билдәләрһеҙ, еңелсә үтергә мөмкин. Әгәр элек пациенттарҙың ғүмере сирҙе асыҡлауҙың тәүге йылында уҡ өҙөлһә, хәҙер заман медицинаһы пациенттарҙың ғүмерен 10 йылға тиклем оҙонайта ала.

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ