Был республика баҙарын ғына түгел, күрше төбәктәрҙе лә 500 километр радиуста һөт менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Был турала бөгөн Йәрмәкәй районында малсылыҡты үҫтереү буйынса зона кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов белдерҙе. «Төньяҡ Нива Башҡортостан» компанияһының һөтсөлөк комплексында уҙған семинар хаҡында беҙҙең киләһе репортаж.
«Һыйырҙың һөтө - телендә» тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Шуға ла ныҡлы аҙыҡ базаһы булдырмай тороп, малсылыҡты тергеҙеп, үҫтереп булмай. Был йәһәттән уңышлы инвестициялар нигеҙендә һөҙөмтәле һәм дөрөҫ ҡоролған бизнестың сағыу миҫалы бар. Йәрмәкәй районының Семен-Маҡар ауылында 2800 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы төҙөлөшө тамамланды. Был Башҡортостанда тормошҡа ашырылған иң ҙур инвестиция проекттарының береһе.
«Төньяҡ Нива Башҡортостан» һөт комплексында бөгөн тәүлегенә 90 тоннаға тиклем һөт һауыла, йәй күләм 100 тоннаға етә, был һәр һыйырҙан 40 килограмдан да кәм булмаған һауым күрһәткесе. Семинарҙа ҡатнашыусылар ҙур индустриаль ферманың эше менән яҡындан танышты. Семинарҙың практик өлөшө һөт комплексында үтте, унда объект етәксеһе Николай Лукерин технологиялар, малдарҙы аҫрау шарттары, комплекстың эше тураһында һөйләне.
Хәҙерге һөт-тауар фермалары һөттөң юғары уңышы ғына түгел, малдар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуы менән дә айырылып тора. Ауыл хужалығы тармағының киләсәген тап ошондай комплекстар билдәләй. Ә заман менән бергә атлай алмаған хужалыҡтар тиҙҙән бөтәсәк, тиелде семинарҙа.
Сараның теоретик өлөшөндә ҡатнашыусылар малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе, тармаҡтың 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны, киләһе йылға пландар һәм бурыстар билдәләне. Бынан тыш, ҡышҡы - аҙбарҙа ветеринария аспекттары, малдарҙы ашатыуҙың биологик хәүефһеҙлеге темаһына сығыштар яңғыраны, ит тармағын үҫтереүҙе, тоҡомсолоҡ эшенең сифатын күтәреү юлдарын тикшерелде.
И.Байбулатов



