Бөгөн республика һәм Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа еңеүсе алты ғаилә тәбрикләнде

«Йыл ғаиләһе» һәм «Волга буйында иң яҡшы ғаилә» Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашыусыларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

«Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсы етенсе тапҡыр уҙғарыла. Йыл һайын бәйгелә 3 меңдән ашыу ғаилә ҡатнаша. Конкурс ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, йәмғиәттә уның абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Быйыл Башҡортостандан биш ғаилә төрлө номинацияларҙа еңеү яулаған. Салауат ҡалаһынан күп балалы Ғәйнуллиндар ғаиләһе «Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә» номинацияһында еңгән.

Йылдағыса, осрашыу сәй артында үтте. Ғаиләләр бәйгенән һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Бүләкләү тантанаһынан һуң ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Щелкунчик» әкиәтенә тамаша ҡылды.

Мин ғаиләләргә рәхмәтлемен, төрлө район-ҡалаларҙа йәшәһәләр ҙә, йыл да бәйгелә актив ҡатнашалар, уларҙан шул тиклем йылы энергия килә. барыһы ла татыу. Беҙҙең илдә ғаилә институтын һаҡлау, яҡлау буйынса ҙур эш алып барыла һәм бөгөнгө ғаиләләр быға асыҡ миҫал.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ