Өфөлә Арктикаға экспедицияға барыусылар менән осрашыу үтте

Өфөнөң Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында Арктикаға экспедицияға барыусылар менән осрашыу үтте. Сәйәхәтселәр быйыл августа уҙған Новосибирск утрауҙарына әһәмиәтле сәфәре тураһында бәйән итте. Ул үткән быуат башындағы Эдуард Толль етәкселегендәге Рус поляр экспедицияһы маршруты буйлап үткән. Әйткәндәй, серле Санников ерен табыу маҡсатында ойошторолған сәфәрҙең тамамланыуына ла быйыл 120 йыл тула. Ҡотопсоларҙың мажаралары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ҡыҙыҡһынды.

Санников ере бармы, әллә юҡмы? Һорауға яуап бөгөнгәсә билдәле түгел. 19-сы быуатта шәүлә утрау тураһында имеш-мимеш таралғас та, уны тәүгеләрҙән булып фәнни йәмәғәтселеккә асыу күптәрҙең хыялына әүерелә. Ошо уҡ маҡсатта билдәле геолог Эдуард Толль 1900 йылда экспедиция ойоштора. 20-ләгән кеше «Заря» карабында Новосибирск утрауҙарына юллана. Ике йылға һуҙылған сәфәр барышында серле утрау табылмай, ә етәксе менән бер нисә сәйәхәтсе ғәйеп була.

Быйылғы сәфәр барышында беҙ Толль экспедицияһы эҙҙәре буйынса йөрөнөк. Әйткәндәй, быйыл уның тамамланыуына 120 йыл. Ҡыҙғанысҡа, ғалимдың яҙмышы беҙҙең өсөн сер булып ҡала. Тик экспедиция барышында теркәлгән арктик флора һәм фауна тураһында фәнни мәғлүмәттәр бик ҡиммәтле була.

Николай Литау, «Апостол Андрей» яхтаһы капитаны

Бер быуаттан һуң ҡабатланған экспедицияла замандаштарыбыҙ билдәле геолог һәм уның юлдаштарының эҙҙәренән сыға. Ун көнгә һуҙылған сәфәр барышында ҡотопсолар 2 меңдән ашыу саҡрым ер үтеп, Рус поляр экспедицияһына бәйле урындар менән таныша.

Быға тиклем тик архив материалдарҙа ғына уҡып белгән нәмәләрҙе үҙ күҙең менән күреү ҡыуаныслы. Экспедиция барышында бик ҡыҙыҡлы әйберҙәргә юлыҡтыҡ: атап әйткәндә, ул Толлде эҙләп сыҡҡан Колчак төркөмө өйгән гурий. Гурий тип юлсыларға йүнәлеш биреүсе таш өйөмөн әйтәләр. Тарих йәһәтенән был бик ҡыҙыҡлы.

Никита Кузнецов, Тарих фәндәре кандидаты, экспедицияның фәнни етәксеһе

Экспедицияла ҡатнашыусылар мажаралары менән Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында таныштырҙы. Санников ере сере, Арктикалағы шарттар күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. Сәйәхәт барышында табылған ҡомартҡылар Рәсәй музейҙарына тапшырыласаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ