Бөгөн республикала боҙ ятыуы, ағастарға һәм тимер сымдарға епшек ҡар һырыуы күҙәтелә. Автоэксперт Хәлим Әйүпов бындай ҡатмарлы шарттарҙа водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә.
Һауа шарттары ҡатмарлы булыу сәбәпле ҡайһы бер ҡала-ара автобустар хәрәкәте туҡтатылған. Боҙло ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы арҡаһында Стәрлетамаҡ – Ишембай, Ишембай – Ураҙ, Ишембай – Үрге Әрмет, Ишембай – Арлар, Ишембай – Кинйәбулат маршруттары буйынса йәмәғәт транспорты йөрөмәй, тип хәбәр ителә “Бәйләнештә” селтәрендә.







