Республикала киҫкен респиратор ауырыуҙар һәм грип көсәйә. Яуаплы мәлдә ойошмаларҙың эше тотҡарланыуына юл ҡуйырға ярамай, тине төбәк башлығы оператив кәңәшмәлә. Хеҙмәткәрҙәргә вакцина яһатыу өсөн медицина учреждениеларына барыу мөмкинлеге лә ойошторолорға тейеш. Аҙналыҡ кәңәшмәнән киләһе репортаж.
Тәүлегенә 247 кеше. Һәм был орви менән грипты иҫәпләмәгәндә. Республикала һуңғы 24 сәғәт эсендә ошо тиклем кеше коронавирус йоҡторған. Табиптар әйтеүенсә, һуңғы аҙнала ғына ковид менән сирләүселәр 25 процентҡа артҡан. Өҫтәүенә, грип һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар ҙа ҡотора.
Әле республикаға ике миллионға яҡын грипҡа ҡаршы вакцина һатып алынған. 2 миллион тирәһе кеше прививка яһатҡан да инде. Был дөйөм халыҡ күләменең яртыһы. Радий Хәбиров йоғошло ауыруҙарҙы сикләү өсөн барлыҡ сараларҙы ла күрергә ҡушты.
Предприятиелар, ғөмүмән, иҡтисадтың тотороҡло эшмәкәрлеген тәьмин итеү изге доға кеүек һәр саҡ иҫтә булырға тейеш , тине Радий Хәбиров. Был йәһәттән республика етәксеһе «Алға» махсус иҡтисади зонһы эшмәкәрлеген һәм уны ойоштороусыларҙың эшен юғары баһаланы. Ишембайҙа урынлашҡан индустриаль майҙансыҡ тотош илдә лә иң йылдам үҫешкән иҡтисади биләмә тип танылды.
Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамәлә билдәләнгән эштәрҙе лә оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа ҡушты. Уларҙың күптәре буйынса әле үк тейешле документтар имзаланған. Киләһе йылды «Атайсал» өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан ителеү тураһында ла указ сыҡты. Был эшкә мөмкин тиклем күберәк яҡташтарҙы йәлеп итеү фарыз , тине төбәк етәксеһе.
Әммә бөйөк эштәр менән янып кескәйҙәрҙе лә оноторға ярамай. Радий Хәбиров етәкселәрҙе кескәйҙәр өсөн боҙ ҡаласыҡтарының, шыршы майҙансыҡтарының әҙер булмауы өсөн шелтәләне. Ниндәй генә мәшәҡәттәр булмаһын балаларҙы байрам кәйефенән мәхрүм итеү ярамаған эш, тине республика башлығы.
Айнур Кәбиров



