Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк

Быйыл кампания ваҡытында Башҡортостандан 4 меңдән ашыу егет Ватан һағына баҫыр тип көтөлә. Көҙгө саҡырылыш ғәҙәттәгенән бер айға һуңыраҡ - ноябрҙә башланды һәм декабрь аҙағында тамамланасаҡ.

Көҙгө саҡырылыш кампанияһы графикка ярашлы бара, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың төп өлөшө Ватан алдында бурысын үтәй. Шулай ҙа араларында хәрби хеҙмәттән ҡасыусылар бар, уларҙы административ йә енәйәт яуаплылыҡҡа тарттырабыҙ. Ҡайһы бер егеттәрҙең эшен тәфтиш комитетына тапшырырға тура килде.

Михаил Блажевич, Башҡортостандың хәрби комиссары

Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар Махсус хәрби операция биләмәләренә ебәрелмәй. Егеттәрҙең төп өлөшө һөнәр алыу өсөн 4-5 айға уҡыу үҙәктәренә ебәрелә. Бер йыл хеҙмәт иткәс, улар өйҙәренә ҡайтарыла. Хеҙмәткә юлланыр алдынан егеттәр короновирус инфекцияһын асыҡлауға тест үтә. улар барыһы ла медицина битлектәре, антисептик, йылы кейем һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгән. Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ