Ейәнсура районының Ҡужабаҡ ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең фольклор төркөмөн булдырған

Ижади коллектив район һәм республика күләмендәге ижади конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Себенле ауыл биләмәһендә бер генә сара ла уларҙан тыш үтмәй. Хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар ҡул эштәрен, милли йолаларҙы үҫеп килеүсе йәш быуынға тапшырыуҙы һәм таратыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Ете тиҫтәһен тултырған Миңлегөл Тажетдин ҡыҙын да яҡташтары сағыу уйынсыҡтар, йорт биҙәүестәре, шәл бәйләүсе оҫтабикә булараҡ танып белә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ