«Йәш журналист» республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында 5-се «Йәш журналист» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Сараны ошо уҡыу йортоноң башҡорт һәм төрөк филологияһы факультеты, йәш журналистар клубы ойошторған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Йәш журналистар конкурсына эштәр башҡорт, татар һәм сыуаш телдәрендә ҡабул ителгән. Ҡатнашыусылар 4 йәш төркөмөндә көс һынашты. Мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары һәм урта масхус белем биреү учреждениелары студенттары текст һәм видео номинацияларында оҫталыҡтарын күрһәтте. Бәйгеселәр үҙҙәренә оҡшаған темаларҙы һайлап алған. Мәҫәлән, Баязит Шәйхетдинов үҙенең олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәхретдин Мырҙағоловҡа һәм милли музыка ҡоралыбыҙ - ҡурайға арнап видеояҙмалар төшөргән.

Конкурста 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булыусы Азалиә Ғайсина үҙенең атаһының ҡаһарманлығы хаҡында бәйән итә.

«Йәш журналист» республика конкурсында ҡатнашыусылары һаны йылдан-йыл арта, уның географияһы ла киңәйә бара.

Жюри ағзалары конкурсанттарҙың эштәрен юғары баһаланы. «Йәш журналист»конкурсы йәнә яңы һәләттәр асты. Ойоштороусылар фекеренсә, уларҙың күптәре киләсәген журналист һөнәренә бәйләүенә өмөт ҙур.

Р.Салауатова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ