Яугирҙарыбыҙҙың рухын һындырырлыҡ түгел!

Мобилизация башланғандан алып Йәрмәкәй районында хәрбиҙәргә ярҙам итеү буйынса оператив йәмәғәт штабы ойошторолған.

Ошо ваҡыт эсендә урындағы халыҡ һәм төбәктең социаль үҫеш хәйриә фонды ярҙамы менән мобилизацияланған граждандарға биш ылау оҙатылған. Гуманитар ярҙам тейешле адресҡа барып етһен өсөн йәрмәкәйҙәрҙең үҙ таҡтикаһы бар. Бының өсөн Өфө, Туймазы, Бәләбәй ҡалалары ирекмәндәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырылған.

Ярҙам саралары хәрбиҙәрҙең ғаризалары буйынса ғына күрһәтелә. Уларға аҙыҡ-түлек, йылы әйберҙәр, йоҡо тоҡтары, эш ҡоралдары, хәрби приборҙар әҙерләп оҙатыла. Шулай уҡ берҙәм логистик үҙәк аша район хужалыҡтарының береһе 2 тонна ярма изделиелары, ә ҡатын-ҡыҙҙар туҡмас ҡырҡып оҙатҡан. Бынан тыш, Бәләбәй урмансылығы ярҙамы менән әлеге көндә мобилизацияға йәлеп ителеүселәрҙең яҡындарына ташламалы хаҡ менән утын ташыу ойоштороған.

Сираттағы гуманитар ярҙам йыйыу барышында хәрбиҙәр яҡташтарынан эш ҡоралдары, кабель, фольгоизолон һәм пароизоляция һораған. Ә һуңынан улар ошо тауарҙарҙың ниндәй маҡсатта ҡулланыуы тураһында видеояҙма ебәргән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ