Туймазы районы Кәкребаш ауылы старостаһы Илдар Гәрәев үҙәк урамда боҙ ҡаласығы төҙөп, биләмәгә байрамса кәйеф өҫтәгән. Төҙөлөш материалы - боҙ киҫәктәре урындағы карьерҙан алынған. Ауылдаштары финанс ярҙам күрһәтеүҙән тыш, физик көс, ҡул эштәре менән дә булышлыҡ иткән.
Хәҙер майҙандан кесеһе лә, олоһо ла өҙөлмәй. Шыршы уйынсыҡтары көндән-көн арта. Илдар Гәрәев үҙе Туймазы ҡалаһындағы янғын часында эшләй, хеҙмәт урынында ла ул боҙ ҡаласығы төҙөгән. Быйыл оҫта патриотик тематикаға өҫтөнлөк биргән.
Кәкребаш ауылында һигеҙ йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты уңышлы эшләй. Урындағы халыҡ ауыл хужалығы предприятиеһы менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҙур гуманитар ярҙам күрһәткән. Был йүнәлештә эш бөгөн дә дауам итә. Шул уҡ ваҡытта ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә лә төп баҫым яһала.



