Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсилә Басированың ижад кисәһе үтте

Үрге Йәркәй район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсилә Басированың ижад кисәһе үтте.

Рәсилә Мырҙамөхәммәт ҡыҙы башҡорт һәм татар йыр сәнғәтен үҫтереүгә дүрт тиҫтә йыл ғүмерен арнаған. Илеш районы мәҙәниәт йортонда ул дирижер-хормейстр булып эшләгән осорҙа бик күп йәш таланттар үҫтереүгә өлгәшкән. Уҡыусыларының «Урал моңо», «Оҙон көй» кеүек мәртәбәле Халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулауы ла ошо хаҡта һөйләй.

Рәсилә Басирова заманында Илеш районында 525 кешенән торған хор коллективы төҙөп уны тотош республика кимәлендә танытыуға ирешә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре үҙе лә халыҡ моңон юғары башҡарыу оҫталығына эйә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ