Бының өсөн ҡаҙнанан 400 миллион һум аҡса бүленгән. Сара Башҡортостан башлығы указы буйынса тормошҡа ашырыла. Түләүҙәр 26 декабргә тиклем тамамланырға тейеш. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгесе Зөлфиә Камалова.
Матди ярҙам мобилизацияға саҡырылыусының банк картаһына күсә. Бының өсөн ғаилә ағзаларына ғариза яҙырға кәрәк. Уны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы, Күп функциялы үҙәктәр йәки Социаль яҡлау органдары аша эшләргә мөмкин.







