Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, республикала сусҡа киҙеүе тарала. Әлеге ваҡытта 40-тан ашыу ауырыу осрағы һәм В киҙеүенең бер нисә осрағы лабораторияла раҫланған. Был штамм еңел дауалана. Дауаламаған осраҡта пневмония, менингит, энцефалит һәм башҡа хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүенә килтереүе мөмкин, тип белдерәләр күҙәтеү ведомствоһында.







