Яңауыл районы халҡы махсус операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ярҙам туплаған. Урындағы эшҡыуар башланғысында ойошторолған ярҙам ошо көндәрҙә халыҡ батальондарына оҙатыласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика башлығы ҡушыуы буйынса Өфөлә берҙәм логистик үҙәк тә ойошторолғайны. Бында төбәктең төрлө район-ҡалаларынан гуманитар ярҙам ағыла. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Бер нисә яғыуға еткән утын, бензинлы генератор һәм хатта душ. Яңауылдан килгән күсмә мунсалар тулыһынса йыһазландырылған. Машиналарҙы урындағы эшҡыуар Айрат Ғәлиханов һатып алған. Эштән башҡа халыҡ та ситтә ҡалмай: миндек, мунса өсөн баш кейеме кеүек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә.
Йәмғеһе Яңауылдан 4 машина килгән. Арбалары ла буш түгел. Йылы кейемдәр, электр инструменттары, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары - гуманитар ярҙамды туплауҙа бөтә район халҡы ҡатнашҡан.
210 саҡрымдан ашыу юл үткән конвой Өфөнөң «Башсельхозтехника» ойошмаһы базаһында туҡталды. Бында республиканың төрлө нөктәһенән килгән гуманитар ярҙам туплана. Шәхси һәм күләмле посылкалар айырым һалынып, паллетарға номерҙар бирелә. Үҙәктән көн һайын кеше өҙөлмәй: битараф булмаған республика халҡы еңеүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Башҡортостандың диңгеҙселәр йыйылышы рәйесе Юлай Моратов та бында даими ҡунаҡ. Үҙәккә ул халыҡ батальоны өсөн принтерҙар алып килгән.
Тыл ҡеүәтле булғанда, фронт та көслө. Был йәһәттән республика халҡы һынатмай. Сираттағы ылауҙы халыҡ батальондары яугирҙары ҡатындары туплаған. Йылы кейемдәр, татлы тәмлекәстәр һалынған посылкалар махсус операция биләмәһенә ошо көндәрҙә ебәреләсәк.
Гуманитар ылауҙарҙы туплаусы Берҙәм логистик үҙәктән марттан бирле 40-тан ашыу конвой ебәрелгән. Яҡынса 4 тонналыҡ ылау Донецк һәм Луганск халыҡ республика халҡына, халыҡ батальондарына йүнәлтелгән. Әммә еңеүҙе яҡынайтыу теләге менән республикала йәшәүселәр бының менән генә сикләнмәйәсәк. Сөнки ҡорал тотоп Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеүҙән дә мөһимерәк бурыс юҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина



