Хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән ир-егеттәр бөгөн дәүләт наградалары менән бүләкләнде

Хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткән ир-егеттәр бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Хәрбиҙәрҙе Республика башлығы Радий Хәбиров һәм Волга буйы округының Милли гвардия ғәскәрҙәре командующие вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Руслан Султыгов ҡотланы.

Үҙе һәләк булғандан һуң Бөрйән районы егете, өлкән лейтенант Ғәлинур Сөләймәновтың яҡындарына «Батырлыҡ» ордены тапшырылды. Взвод командиры Ғәлинур Нурғәле улы Херсон өлкәһендә хәрби бурысын үтәгәндә артиллерия утына эләгә. Һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн өлкән лейтенант эвакуация ойоштора, ҡул аҫтындағыларҙың ғүмерен һаҡлап ҡала, әммә үҙе ҡаты яраланып һәләк була.

Тантанала Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Ырымбур өлкәһенең Милли гвардия идаралыҡтары хеҙмәткәрҙәренә, хәрбиҙәргә Ватан алдында бурысын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн дәүләт наградалары биргән антығыҙға тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ