Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында

2023 йылға ҡабул ителгән республика бюджеты сығымдары 285 миллиард 138 миллион һум тәшкил итәсәк, өстән ике өлөшө социаль йүнәлешле. Улар тулы күләмдә финансланасаҡ. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры Лира Иғтисамова БСТ каналында ойошторолған брифингта белдерҙе. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы, район-ҡалаларҙың инфраструктура үҫешенә бәйле статьяларҙы финанслау артҡан. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләре лә иғтибар үҙәгендә.

Реаль секторға килгәндә, 2023 йылда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә 8 миллиард һум ҡаралған, бында күп төрлө субсидиялар инә. Шулай уҡ Башҡортостан сәнәғәтте үҫтереү фондына өҫтәмә аҡса бүленә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 16 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Подъездарҙы ремонтлау, «Башҡорт ихаталары» программаларын тормошҡа ашырыуҙы финанслау күләме лә арттырылды.

Лира Иғтисамова Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры

Республика башлығы Указына ярашлы, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ҡабул ителгән утыҙҙан ашыу ярҙам сараһының унауһы мәғариф өлкәһенә ҡағыла. Ведомство етәксеһе Айбулат Хажин билдәләүенсә, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, мәктәп һәм колледждарҙа белем алыусыларға бушлай туҡланыу ойошторолған. Балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһе лә контролгә алынған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың балалары өсөн беренсе сменала уҡыуҙан һуң бушлай оҙайтылған көн төркөмө булдырылды. Улар йыл дауамында, каникул осоронда ҡала ситендәге лагерҙарҙа ял итә ала. Шулай уҡ урта махсус уҡыу йорттарында коммерция нигеҙендә белем алған студенттарға киләһе йыл уҡыу өсөн түләүҙе ҡаплауға сертификат тапшырыу ҡаралған.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ