Сара барышында ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары асыҡлана. Республикала Яңы йылға 24 мең шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы әҙерләнгән. Ылыҫлыларҙы республиканың район-ҡалаларында асылған шыршы баҙарҙарында алырға була. Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов һөйләй.
“Шыршы” профилактик операцияһы 31 декабргә тиклем дауам итә.







