Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығынан шул турала белдерәләр. Һуңғы ваҡытта һалҡын тейҙереп сирләгәндәр һаны артыуы күҙәтелә. Бөгөнгә 48 меңдән ашыу кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылған. Грипп менән ауырыу осраҡтары ла теркәлгән. Эпидемиологик күрһәткес 24 проценттан артҡан. Республикала 14 мәктәптә карантин иғлан ителгән.







