Бөгөн Рәсәй хоккейы көнө билдәләнә

 1946 йылдың тап  ошо  көнөндә  Советтар Союзының  хоккей  буйынса  тәүге  чемпионаты  уҙғарыла.  Әле  илдә  өлкәндәрҙең 3 профессиональ,  йәштәрҙең  ике  лигаһы  бар.  Шулай  уҡ  ҡатын-ҡыҙҙар, үҫмерҙәр, балалар, һәүәҫкәрҙәр  командалары араһында  чемпионаттар  уҙғарыла.  Рәсәй хоккейы  төбәктәр клубтарының  көслө  булыуы  менән  футболдан айырыла. Өфө, Омск, Магнитогорск, Ярославль, Ҡазан, Силәбе  ҡалаларында хоккей үҫешкән, тип  баһалай спорт  белгестәре. Республиканың төп командаһы - "Салауат Юлаев". Бер тапҡыр Суперлигала еңеүсе булды, бер тапҡыр Гагарин Кубогын яуланы.

Фото №1 - Бөгөн  Рәсәй  хоккейы  көнө билдәләнә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ