Халыҡ-ара Өфө аэропорты 4 миллионнынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерә

Халыҡ-ара Өфө аэропорты Волга буйы федераль округында тәүгеләрҙән булып 4 миллионнынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Был турала Башҡоростан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

«Беҙ эске һәм халыҡ-ара сәфәрҙәрҙе әүҙем арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Быйыл Өфөнән Иркутск, Красноярск, Красноярск, Грозный, Пермь, Омск, Әстрхан, Нарьян-Мар ҡалаларына осоштар башланды. Ҡаҙағстан менән Үзбәкстанға рәсми сәфәребеҙҙән һуң Астана, Аҡтау, Алматы һәм Наманган ҡалаларына сәфәрҙәр асылды. Әле Сәмәрҡәнд, Минск һәм Тель-Авивҡа Өфөнән тура рейстар ойоштороу тураһында һөйләшеүҙәр бара.

Бөгөн Халыҡ-ара «Өфө» аэропорты Волга буйы федераль окрыгунда беренселәрҙән булып 4 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Был күрһәткескә Башҡортостан үҙ тарихында икенсе тапҡыр, былтырғынан 10 көнгә алдараҡ өлгәште.

Иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ғәҙәти халыҡ-ара йңнәлештәр ябыла, ә халыҡ унда элеккенән дә йышыраҡ оса. Иң йыш файҙаланылған маршруттар араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот һәм Новосибирск билдәләнгән. 2022 йыл тамамланғансы, бер аҙ ваҡыт бар әле, шуға ла аэропорттан яңы рекорд көтөп ҡалам»,-тип билддәләгән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендәге яҙмаһында.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ