Республикала грипп һәм һалҡын тейҙереп сирләүселәр арта

Башҡортостан буйынса Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 48 меңдән ашыу кешегә ОРВИ диагнозы ҡуйылған. Сирләүселәр эпидемиологик күрһәткестән 24 процентҡа күберәк. Грипп менән ауырыған кешеләр ҙә бар. Әле республикала 2 миллиондан ашыу кеше йоғошло сирҙән вакцина яһатҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ