Бөгөн Радий Хәбиров республика мәктәптәренә 56 автобус асҡысы тапшырҙы, улар иҫкеләрен алыштырасаҡ. Газ, Паз һәм Уаз маркалы автобустар федераль проект буйынса бүленгән аҡсаға һатып алынған.
Иртә таңдан уҡыусыларҙы мәктәпкә барып еткәнсе тәүҙә автобус водителдәре ҡаршы ала. Балалар хәүефһеҙлеге улар ҡулында. Радий Хәбиров водителдәргә ышаныслы хеҙмәте өсөн рәхмәт еткерҙе.
Республика мәктәп транспорты паркы был юлы 56 автобус менән тулыланды. Яңы йылдың тәүге көндәрендә техникаларҙың тағы килеүе көтөлә.
Дүрт автобус башҡаларынан айырылып тора. Белорет районының Әүжән һәм Ҡағы мәктәптәре, Ҡариҙел районы Муллаҡай һәм Күгәрсен районы Исем ауылы мәктәптәренә Уаз Патриот нигеҙендә эшләнгән 14 урынлыҡ автобустар ҡайта.
Яңы автобустар хәүефһеҙлек талабына яуап бирә, заманса ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы, тахограф, өҫтәмә йылытыу ҡорамалы һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған.18 автобус ике ҡатлы стеклопакетлы. Күптәре тулы приводлы, улар тау-урман араһында урынлашҡан ауылдарға ебәрелә.
Республикала мәктәп автобустары ун йыл һайын алыштырыла . Әле 41 меңдән ашыу уҡыусы уҡырға автобуста йөрөй.
Рәмилә Исмәғилева



