Ярышта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән спортсылар, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары - Ҡаҙағстан, Иран, Япония сноубордсылары ҡатнашты. Параллель слалом һәм слалом-гигант ярыштарында ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Ханты-Манси автономиялы округынан Наталья Соболева еңде. Ир-егеттәр араһында Красноярск крайынан Дмитрий Логинов еңеү яуланы. Башҡортостан спортсылары гигант-слалом ярыштарында һигеҙенсе баҫҡысты биләне.



