Был турала Башҡортостан башлығы республика район-ҡалаларының хакимиәт башлыҡтары менән уҙғарған кәңәшмәһендә белдерҙе. Унда уҙып барған йыл йомғаҡтары барланды һәм киләһе 2023 йылға эшмәкәрлек йүнәлештәре барланды.
2022 йыл ҡатмарлы ғына булды. Махсус хәрби операцияға бәйле бурыстар өҫтәлде. Башҡортостан уларҙы теүәл үтәүгә өлгәште тип билдәләне Радий Хәбиров кәңәшмә барышында. Киләһе осорҙа иһә төп бурыс булып иҡтисад һәм социаль өлкәнең тотороҡло үҫешен тәьмин итеү, хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың яҡындарына терәк-таяныс булыу тора. Башҡортостан башлығы махсус хәрби операция биләмәһендә башын һалған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен хәстәрләүгә етди иғтибар бирергә ҡушты.



