Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Яу яланында палатка эстәрен йылытыусы махсус мейес ҡышҡы һыуыҡтарҙа иң кәрәкле әйбер һанала. Ошоно күҙ уңына тотоп сираттағы ылауға 31 буржуйка мейес әҙерләнде. Бында ҡала ойошмалары әүҙемлек күрһәтте.Баймаҡ коммуналь хужалығының иретеп йәбештереүсеһе Ильяс Низамов был йылытыу ҡоролмаларын һалдаттарға ҡыш көндәре алып йөрөргә уңайлы булһын өсөн сана табаны йәбештереп, ә урындан-урынға күтәреп алып йөрөргә тотҡалар ҡуйып эшләгән.

Йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр,шәхси гигиена әйберҙәре, йылы одеялдар, түшәк, бензобысҡы, көнкүреш кәрәк-яраҡтары. Һалдат туғандарына шәхсән посылкалар. Район халҡы һәм предприятиелар тарафынан йыйылған ярҙам Яңы йыл алдынан һалдаттарыбыҙ күңелен йылытыр.

Ил яҙмыш ына битараф булмаған һәр кем гуманитар ярҙам йыйыуға үҙ өлөшөн индерҙе. «Байрамғолов» крәҫтиән-фермер хужалығы тарафынан бүленгән КАМаз машинаһы Өфөнән хәрби операция барған ергә тиклем дөйөм колонна менән барасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ