Яңы йыл яҡынлашыу менән Өфөнөң Янғындарҙы иҫкәртеү идаралығы пиротехника магазиндарын тикшерә. Һатыусы һәр кемгә салют менән ҡулланыу буйынса инструктаж үтәрергә бурыслы. Петардаларҙы торлаҡтан 30 метр алыҫлыҡта ғына шартлатырға рөхсәт ителә, янмаған осраҡта икенсе тапҡыр ҡулланыу хәүефле. Тотонолған фейерверкты шул килеш ҡалдырмаҫҡа, ҡар һибеп һүндерергә кәңәш ителә.
Яңы йыл байрамдары күңелһеҙ осраҡҡа әйләнмәһен өсөн белгестәр пиротехниканы ентекле һайларға кәңәш итә. Бенгал уттары һәм башҡа шартлатҡыстарҙың да сертификаты булыуы шарт. Шулай уҡ фейерверктарҙан тик яҡшы тойғолар ғына алыу өсөн, уларҙы инструкцияға ярашлы ҡулланырға кәрәк.






