Башҡортостандың ижад һөйөүсе, татыу, йәш ғаиләләре, әүҙем егеттәре һәм ҡыҙҙары бер майҙанда. Дәрте, идеяһы ташып тороусылар өсөн йәштәр фекере республика форумы ойошторолдо. «Торатау» конгресс холында үткән ғаилә ҡиммәттәрен һәм лидерҙарҙы үҫтереүсе саранан БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Татыу, берҙәм ғаиләләр илдең бөгөнгөһөн һәм киләсәген билдәләй. Ишембай районының Юрматы ҡасабаһында йәшәүсе Роза менән Данил Йәнбирҙиндәр өс бала үҫтерә. Ғаилә район күләмендә ойошторолған конкурстарҙа призлы урындар яулай. Урал менән Юлай аталары абруйында тәрбиәләнә, спорт менән мауыға. Быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы Йәнбирҙиндар ғаиләһе «Ғаилә дәүләт нигеҙе» республика конкурсының «Ғорурланам» номинацияһында 2-се урын яуланы.
Республика төбәктәрендә йәш ғаиләләр клубтарға берләшә. Улар был клубтар аша ижади проекттарҙы тормошҡа ашыра. Яңауыл, Стәрлетамаҡ, Иглин,Учалы, Белорет райондары йәштәр клубтары етәкселәренең тырышлығы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының маҡтау ҡағыҙы менән баһаланды. Республика йәш ғаиләләр форумында Белорет районы данын, күп бала тәрбиәләүсе Нәркәс менән Айнур Баймырҙиндар ғаиләһе яҡланы.
Форум сиктәрендә йәштәр өсөн ирекмәндәрҙең округ слеты үткәрелде, йәштәр менән эшләүсе белгестәргә стратегик сессиялар эшләне, йыл буйына башҡарылған мөһим эштәргә йомғаҡ яһалды.
Форумда сығыш яһаусы спикерҙар ғаилә психологияһы, балаларға хәҙерге шарттарҙа белем һәм тәрбиә биреү темаларына туҡталды. Форумда шулай уҡ йәштәрҙе әйҙәүсе лидерҙар тәҡдим иткән идея-проекттар ҡаралды.
Республика йәш ғаиләләр форумында ҡатнашыусылар ата-әсәнең роле, бала тәрбиләү, бағыу алымдары буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. «Ғаилә -дәүләт нигеҙе» конкурсында финалға сыҡҡан 10 ғаилә араһынан, 1946 онлайн тауыш йыйып, Стәрлетамаҡтан Калининдар ғаиләһе гран-при яуланы.
Гүзәл Борханова






