Республиканың иң яҡшы күп фатирлы йорто, ихата һәм подъезы билдәләнде

Йыл һайын ойошторолған конкурс еңеүселәре 200-ҙән ашыу заявка араһынан һайлап алынған. Уларға аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Хәбәрсебеҙ Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Баш ҡала үҙәге. Пушкин урамы 45-се йорт алдындағы тәртипкә Телеүҙәк, Салауат Юлаев һәйкәле майҙанына барыусыларҙың һәммәһе лә иғтибар итә. Тыштан ғына түгел, ихата эстән дә бөхтә. Мөхит урындағы халыҡ тырышлығы менән булдырылған.

Лилиә Голышева Өфө үҙәгендә 70-се йылдар башынан йәшәй. Бөгөн ул күп ҡатлы йорт рәйесе вазифаһын башҡара. Дәүләт программаларында ҡатнашып подъезд, ихата алдын төҙөкләндереүгә ирешә.

Берҙәм эш эҙһеҙ үтмәй. Өфөнөң Пушкин урамындағы 45-се йорт Башҡортостандың иң яҡшылар исемлегенә инде. Быйыл конкурсҡа республика район-ҡалаларынан йәмғеһе 200-ҙән ашыу заявка ҡабул ителгән. Улар иң яҡшы йорт алды, подъезд, урам кеүек төрлө номинация буйынса һынау тотто. 16 миллион һумлыҡ дөйөм приз фонды 27 еңеүсегә бүлеп бирелде.

Еңеүселәрҙең донъя мәшәҡәттәре тик бының менән генә сикләмәнмәйәсәк. Сөнки, бөгөн яуланған бүләктәрҙе шулай уҡ йорт алдын матурларлыҡ файҙалы маҡсатта тотоноу ҡаралған. Өфөнөң Пушкин урамындағы 45-се йортта йәшәүселәр подъезд эсен ремонтларға ҡарар иткән.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ