Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһың төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов Берҙәм логистика үҙәгендә булды. Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ирекле батальон яугирҙәренә аҙыҡ-түлек, йылы кейем, махсус йыһаздар һәм ҡорамалдар, автотранспорт, квадрокоптер, мобиль мунса һәм башҡа әйберҙәр йыйылған, шулай уҡ хәрбиҙәр яҡындарынан посылка ебәрелә. Гумконвой ошо көндәрҙә юлға сыға.







