Республикала инфляция түбәнәйеүе күҙәтелә

Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, ноябрҙә айырыуса хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә хаҡ арзанайған. Торлаҡ ремонтлау, шифахана-курорт ялына һәм ҡайһы бер тауарҙарға ихтыяж кәмегән. Көҙҙөң аҙаҡҡы айында баҙарҙа ҡулланыусылар әүҙемлеге һиҙелерлек төшкән. Октябрҙә инфляция 13 процент булһа, ноябрҙә ул 1,5 процентҡа түбәнәйгән. Рәсәй Банкы мәғлүмәте буйынса 2023 йылда инфляцияның 5-7 процентҡа тиклем кәмеүе фаразлана.

Фото №1 - Республикала инфляция түбәнәйеүе күҙәтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ