Республика мәркәзе Волга буйы округы ҡалалары араһында беренселәрҙән ошондай юғары күрһәткескә эйә булды. Юбилейлы пассажирға бүләктәр тапшырылды. Ул Мәскәүгә билет алған ханым булды. Башҡортостандан Рәсәй ҡалалары һәм сит илдәргә яңы авиарейстар асылды. Иркутск, Красноярск, Грозный, Пермь, Омск, Әстерхан, Нарьян-Мар, шулай уҡ Астана, Аҡтау, Алмата, Нәмәнгән ҡалаларына тура осорға мөмкин. Киләсәктә рейстар тағы артыуы көтөлә, тип белдерәләр “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан.







