Вице-премьер Ирек Сәғитов социаль селтәрҙә яҙыуынса, Берҙәм логистика үҙәгенән ирекле батальондар һәм мобилизацияланғандар өсөн техника, ҡорамалдар һәм башҡа кәрәк-яраҡ ебәрелде. 37 йөк машинаһына Урал, ЗИЛ, УАЗ, Нива автомобилдәре, рация, квадрокоптер, генераторҙар, аҙыҡ-түлек, йылы кейем, дарыуҙар тейәлгән. Гумконвой аҙна аҙағына тәғәйен урынға барып етергә тейеш. Ирек Сәғитов яҙыуынса, һәр кем Берҙәм логистика үҙәгенә шылтыратып яугирҙәргә әйбер ебәрә ала. Телефоны: 8-347-280-89-92.







