Башҡортостанда битлек тәртибе индерелә

Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығынан белдереүҙәренсә, дауахана һәм социаль ойошмаларға ингәндә мотлаҡ битлектә булырға кәрәк. Тәүлек әйләнеһе ятҡан пациенттар менән күрешеү сикләнә. Мәктәп һәм башҡа белем биреү ойошмаларында сирлеләр күп булған осраҡта, карантин иғлан итергә мөмкин. Республикала һыуыҡ тейҙереп ауырығандар һаны артыуы күҙәтелә. Сирлеләр һаны эпидемиологик күрһәткестән 24 процентҡа күберәк. Әле өс мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы карантинға ябылған, шулай уҡ айырым кластар һәм төркөмдәр сирле балалар күп булыу сәбәпле мәжбүри ялға киткән.

Фото №1 - Башҡортостанда битлек тәртибе индерелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ