Боҙ һарайы көйәрмәндәрҙе үткәреүсе донъялағы иң заманса ҡоролма менән йыһазландырылған. Билет турникеттарының эксклюзив моделе Катарҙа үткән донъя чемпионатына тип әҙерләнгән һәм тәүге тапҡыр Өфөлә, футбол буйынса төп турнир башланыуға ярты йыл ҡалғанда уҡ барлыҡҡа килгән.
Яңы система көйәрмәндәрҙе үткәреү мөмкинлектәрен күпкә арттыра, уларға аренаға сығыуҙы уңайлыраҡ итә. Халыҡ уйын башланыр алдынан урамда тормай, тиҙ генә үҙ урындарына үтә ала. Заманса видеокүҙәтеүҙең яңы системаһы һәр көйәрмәнде иғтибарға алырға һәм кәрәк саҡта уны танырға мөмкинлек бирә.
Әле «Өфө-Арена»ла 515 күҙәтеү камераһы бар, уларҙың һаны ике ярым тапҡырға артҡан. Радий Хәбиров яңы система мөмкинлектәрен ыңғай баһаланы, ул ҙур саралар ваҡытында хәүефһеҙлек сараларының һөҙөмтәлелеген арттыра, тамашасыларға, көйәрмәндәргә уңайлы шарттар тыуҙыра, тип билдәләне.



