Салауат ҡала дауаханаһында рентген хирургия диагностикаһы һәм дауалау бүлеге асылғандан алып меңдән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән. Бында Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондарында йәшәүселәр ҙә күпләп мөрәжәғәт итә. Бүлектәге ангиографик комплекс кардио, нейрохирургия, гинекология кеүек тармаҡтарҙа ҡыҫҡа ваҡыт эсендә диагностик тикшеренеүҙәр уҙғарыу, скальпелһыҙ эш итеү мөмкинлеген бирә.



