Башҡортостанда граждандарҙың финанс белем кимәле артҡан

Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, республика халҡының 64 процентының финанс белеме урта һәм юғары кимәлдә тип баһалана. 2030 йылға тиклем ҡаралған дәүләт программаһына ярашлы граждандарҙың 80 процентын иҡтисади күҙлектән белемле итеү күҙаллана. Ошо маҡсатта мәктәптәрҙә финанс белем дәресе индерелде, Үҙәк банк тарафынын өлкән йәштәге граждандар өсөн бушлай курстар ойошторолдо. Белгестәр әйтеүенсә, төбәктә ауыл ерендә йәшәүселәрҙең финанс белеме лә арта.

Башҡортостанда граждандарҙың финанс белемен күтәреү буйынса күп яҡлы эш 11 йыл элек ойошторолдо. Бөгөн дә ул өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Төрлө программалар ярҙамында халыҡтың финанс белем кимәлен 80 процентҡа тиклем еткерергә ниәтләйбеҙ.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары -финанс министры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ