Сәхнәлә республикала танылыу яулаған 7 татар шағирәһе ижад емештәрен тәҡдим итте. «Сәхибъямал» төбәк татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы 2013 йылдан ойошторған кисә илһөйәрлек һәм Ватанды һаҡлау темаһына арналды. Шағирәләрҙең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ҙа яңғыраны.
Сығыш яһаусы шағирәләр араһында Дилә Булгакова ла бар. 85 йәшлек ханым ҡатнашыусылар араһында иң өлкәне. 40 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән замандашыбыҙ ижадҡа ла иғтибар бүлеп өлгөрә. Бөгөн ул 25-тән ашыу китап һәм 200-ләгән йыр авторы.



