«Урал батыр» ҡобайыры мәктәп программаһына индерелеүе ихтимал

Был туралағы тәҡдим Өфөлә үткән республика «Урал батыр» эпосы көндәрендә йәнә күтәрелде. Ике көн дауам иткән форум Башҡортостан ғалимдары, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында ойошторолған түңәрәк өҫтәл менән тамамланды.

Ултырышта башҡорт халыҡ эпосын уҡыу-уҡытыу программаһына индереү мәсьәләләре ҡаралып, резолюция ҡабул ителде. Ул яҡын көндәрҙә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығына тапшырыласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ