Төп бурыс - быуындар күсәгилешлеген тәьмин итеү

Владимир Путин был хаҡта Дәүләт Советының йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған ултырышта белдерҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, башҡа субъект етәкселәре, хөкүмәт ағзалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Владимир Путин билдәләүенсә, йәштәргә ярҙам итеү системаһын бөтә Рәсәй буйлап төҙөргә кәрәк. Улар өсөн сифатлы белем алыу, ҡыҙыҡлы эшкә урынлашыу мөмкинлеге тыуҙырыу шарт. Бала тыуғанда һәм торлаҡ һатып алғанда дәүләттең хәстәрлеген тойоу мөһим. Йәштәр менән эшләгән белгестәргә лә ярҙам кәрәк, уларҙың хеҙмәт шарттары һәм ресурстар заман талаптарына яуап бирергә тейеш, тине Рәсәй Президенты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ