Киҙеүҙән һәм киҫкен респиратор вируслы инфекцияларҙан һаҡланыу өсөн Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтарына өҫтәмә санитар-эпидемиологик саралар уҙғарыу тураһында күрһәтмәләр бирҙе. Уларға ярашлы, өлкәндәр һәм балалар тәүлек әйләнәһенә булған һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына килеүселәргә пациенттар эргәһенә үтеү сикләнә.
Власть органдарына эпидемияға ҡаршы сараларҙы көсәйтергә, инеү контроле ойошторорға һәм сир билдәләре булғандарҙы эшкә йәлеп итмәҫкә ҡушылған. Уҡыусыларҙың 19-20 проценттан ашыуы ауырыған осраҡта белем усағы етәкселеге үҙаллы уҡыу процесын туҡтатып тороу тураһында ҡарар ҡабул итә ала.



