Башҡортостан Башлығы менән әңгәмә барышында “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлеше, парк-скверҙарҙы тәртипкә килтереү буйынса һорау бирелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, тирә-яҡты төҙөкләндереү дауам итә.
Радий Хәбиров төп дәүләт мәғлүмәт сараларына интервью бирҙе. Тапшырыу яҙмаһын социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға була.







